Өфөлә «Йәштәр ваҡыты» республика йәштәр ҡаҙаныштары премияһы еңеүселәре һәм лауреаттары бүләкләнде

Конкурс икенсе йыл инде лидерҙарҙы, эксперттарҙы һәм активистарҙы йыя һәм ҡатнашыусыларҙы мөһим башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға рухландыра. Быйыл баһалама ағзалары 700-ҙән ашыу ғаризаны ҡараны. Йәштәрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән иң лайыҡлы проекттар һайлап алынды.

Премия 20 номинация буйынса үткәрелә. Уларҙың һәр береһендә тамашасылар һөйөүе приздары бар, тауыш биреү социаль селтәрҙәрҙә үтте. Сара «БашМолодежь» фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Ул республика тематик майҙансыҡтарын һәм ирекмәндәр, психологтар, йәш ғаилә форумдарын үҙ эсенә ала. Бынан тыш, республиканың билдәле шәхестәре - спорт һәм эстрада йондоҙҙары менән осрашыу үткәрелде.