Ваҡытында түләмәүселәр өсөн һалым күләме бермә-бер арта. Шуға күрә яңы йылға бирәсәкһеҙ инеү хәйерлерәк, ти инспекторҙар. Мәҫәлән, Лада Гранта автомобиле өсөн түбән ставка менән 870 һум түләргә кәрәкһә, бурысы булғандар 2175 һум һалым сығарырға мәжбүр буласаҡ.
Арттырылған тарифтан тыш бурысҡа көн һайын пеня өҫтәлеп килә. Бынан тыш, милекте тартып алыу, сит илгә сығыуҙы сикләү кеүек яза ҡаралған. Шуға күрә һалым инспекторҙары халыҡты иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барыу маҡсатында «Яңы йылға бурысһыҙ» акцияһы ойоштора. Был көндәрҙә сауҙа үҙәктәрендә, халыҡ күпләп йөрөгән ерҙәрҙә халыҡты ҡабул итеү ойошторола. Бурысы барлығын асыҡлаусылар шунда уҡ һалымын түләй ала.