Уның үҙенсәлектәре бөгөн «Торатау» конгресс-холында үткән форумда тикшерелде. Рәсәйҙә 2018 йылдан «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты тормошҡа ашырыла, уның төп маҡсаты аҙ сығымдар һәм көс менән юғары һөҙөмтә алыу, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, сифатты күтәреү тора. Лабораторияның уҡыу программаһы 1 меңгә яҡын компания вәкилдәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һаҡсыл етештереү серҙәрен үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк.
Форумда етештереүсәнлекте арттырыу өсөн стратегик планлаштырыу, һаҡсыл туризм һәм логистик процестарҙы оптималләштереү буйынса бер нисә тематик «лаборатория» ойошторолдо. Лаборатория эшендә федераль һәм төбәк эксперттары иң уңышлы эш алымдары менән уртаҡлашыр тип көтөлә.