Мәғариф тармағында халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәтеү , тәжрибә уртаҡлашыу, ғалимдарҙың фәнни белемен камиллаштырыу маҡсатындағы программа Евазия фәнни-мәғариф үҙәгендә тәүге тапҡыр ойошторолдо. 20 ғалим 8 модуль буйынса уҡыуҙар үтеп, фәндә идара итеү йүнәлешендә белемен камиллаштырҙы. Ҡытайҙа стажировканы кафедра етәкселәре һәм башҡа ғалимдар үтте.