Донъяуи асыш: Иманай мәмерйәһендә уникаль ҡомартҡылар табылған


Башҡорт археологияһында донъяуи сенсация. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты археологтары уникаль табышҡа юлыҡҡан. Мәләүез районы Иманай мәмерйәһендә тиҫтә йылдар алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр барышында бәләкәй айыу һөйәктәре һәм һунар ҡоралдары табылған. Археологик ҡомартҡыларҙың йәше 35 мең йыллап иҫәпләнә.

Мәмерйә эсендә табылған һөйәк ҡалдыҡтары араһында бәләкәй айыуҙың тишелгән баш һөйәгенә лә юлыҡтыҡ. Ул ниндәйҙер хайуандан яраланыуға оҡшамаған. Дүрт сантиметр тәрәнлектә, яраның киңлегенә ҡарап таш менән һуғылғанын дәлилләнек. Боронғо кешенең айыуға ҡышҡы осорҙа һунар иткән. Һөңгө ярҙамында һуғып оҙаҡ ҡына ебәрмәй тороуын баш һөйәктәге эҙҙәрҙән күренә. Ниндәй ҡорал файҙаланыуын да беҙ урында табылған таштарҙан билдәләнек.

Вячеслав Котов, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты өлкән ғилми хеҙмәткәре

Ғалимдар фекеренсә, бәләкәй мәмерйә айыуы Евразияла урта һәм һуңғы плейстоцен дәүерендә йәшәгән һәм яҡынса 10 мең йыл элек юҡҡа сыҡҡан бөгөнгө урман кейегенең бер төрө һанала. Был ҡомартҡыларҙы тикшереү Уралда йәшәгән боронғо халыҡтың урта палеолит мәҙәниәте тураһындағы күҙаллауҙарҙы киңәйтә һәм ул беҙҙең төбәк тарихы өсөн ҡиммәтле. Донъя фәнендә неандерталецтарҙың бәләкәй мәмерйә айыуына һунар итеүе тураһындағы берҙән-бер дәлил.