«Урал батыр» башҡорт халыҡ ҡобайыры яҙып алыныуға 115 йыл

Башҡортостандың Милли музейы республикала тәүгеләрҙән булып Урал батыр уҡыуҙарын ойошторҙо. Ғалимдар, рәссамдар, мәҙәниәт һәм йәмәғәт вәкилдәре докладтар менән сығыш яһаны. Сарала башҡорт халҡының төп эпосын өйрәнеү, уны танытыу, киләсәктә ҡобайырҙы мәңгеләштереү һорауы ла күтәрелде, тәҡдимдәр яңғыраны. Улар айырым бер йыйынтыҡҡа тупланып, музей журналында нәшер ителер тип көтөлә.

Башҡорт халыҡ эпосын данлаған ижадсыларҙың эштәренән торған күргәҙмә лә ойошторолдо. Унда мифология персонаждарын скульптор композициялар менән бергә, картиналарҙа, кейем өлгөләрендә лә күрергә мөмкин ине. Нефтекама ҡалаһынан Айҙар Усманов халыҡ иғтибарына үҙ эштәре менән таныштырҙы.