Атайсал мәҙәниәт йортонда «Бремен музыканттары»! Бөгөн «Табын» халыҡ театры тамашасыларға балалар мюзиклының премьераһын тәҡдим итте. Тамашаның режиссеры театрҙың директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Илнур Лоҡманов.
Йәш актерҙарҙарҙың был тәүге сығышы түгел. Ижади коллективтың репертуары бай һәм төрлө. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныу, театр донъяһы егет-ҡыҙҙарҙы дуҫлаштыра, сәхнәгә тарта.
Мюзиклды балалар ғына түгел, ололар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡараны. Музыкаль яҡтан сығыш бай булды. Ул 25 тректы үҙ эсенә алған. Йырҙан тыш бейеүҙәр ҙә башҡарылды.