Хәҙер ун өс йыл рәттән «Әсә йөрәге» йәмғиәте һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижади конкурс уҙғара. Яңы йыл алдынан еңеүселәр баш ҡалаға шыршы байрамына саҡырыла. Бөгөн дә республиканың 9 районынан йөҙҙән ашыу бала Милли йәштәр театрына йыйылды. Улар өсөн клоундар, өйрәтелгән хайуандар сығышы ойошторолдо. Балалар төрлө конкурстарҙа ҡатнашып яңы йыл бүләктәре отто. Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры артистары «Ете батыр тураһында хикәйәт» спектаклен күрһәтте. Конкурстың рәсми партнерҙары - Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары байрамға саҡырылған балалар өсөн бүләктәр ҙә әҙерләгән.