Радий Хәбиров физик мөмкинлеге сикләнгән 5 баланың яңы йыл теләген тормошҡа ашырасаҡ. «Теләктәр шыршыһы» быйыл Евразия фән-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында урынлашҡан. Йәшел ҡупшыҡайға эленгән шарҙарға республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларҙың теләк хаттары беркетелгән. Радий Фәрит улына Өфө районы Подымалов ауылынан Венера Әсфәғәнованың ҡурсаҡ, Октябрьскийҙан Михаил Долматовтың трансформер, Салауат районы Лаҡлы ауылынан Камил Хәйретдинов тимер юлы тураһындағы теләктәре эләкте. Ә Стәрлетамаҡтан Матвей Ғәлиуллин машинист булып ҡарарға, Өфөнән Айзилә Ишморатова ҡустыһы Әнүәргә өҫтәл футболы алырға хыяллана. Уларҙың атаһы махсус хәрби операцияла һәләк булған. Бар теләктәр ҙә тормошҡа ашырылысаҡ, тине Радий Фәрит улы.