Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ағас өй һәм уның верандаһы янған. 80 квадрат метр майҙанды ялмап алған ут һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, верандала ике, йорт эсендә бер кешенең кәүҙәһе табылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ике ир һәм бер ҡатын һәләк булған. Әле янғын сәбәбе асыҡлана. Урында министрлыҡтың оператив төркөмө, шулай уҡ Тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй.