Әбйәлил районы Нияҙғол ауылында ирекле янғын һүндереү посы асылды


Унда ауылдан 5 ирекмән хеҙмәт итәсәк. Объект урындағы «Восток» Урал тау рудаһы идаралығының социаль финанслау ярҙамында барлыҡҡа килгән. Пост автоцистерна, янғынға ҡаршы күсмә комплекс менән йыһазландырылған, урында айырым ҡоҙоҡ ҡаҙылған. Ауылға иң яҡын һыу ятҡылығы 5 саҡрым алыҫлыҡта булыуын иҫәпкә алғанда, уңайлыҡ бик отошло. Ирекле янғын һүндереү дружинаһы профессиональ ҡотҡарыусылар өсөн ҙур ярҙам булып тора. Ғәҙәттән тыш хәлдә улар янғын урынына иртәрәк барып етә.

Посты тантаналы асыу сараһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирил Первов ҡатнашып, ирекле ҡотҡарыусыларға 3 янғын һүндереүсе костюмын бүләк итте.