Урындағы осрашыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һөҙөмтәләре, йыл йомғаҡтары барланды, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Яңы маҡсаттар билдәләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ғафури районы ҡоролтайы башҡорттары көнүҙәк һорауҙар буйынса ултырышта киләһе йылға төп маҡсаттарҙы билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендә эште әүҙемләштереү һорауҙары күтәрелде.
Көн тәртибендә 2030 йылда уҙасаҡ халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын һанлы форматта ойоштороу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусларға ярҙамды өҙлөкһөҙ дауам итеү кеүек һорауҙар ҡаралды.
Учалы районында ла бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы үтте. Урындағы ҡоролтайҙа 38 кеше иҫәпләнә һәм улар алдағы йылдарға маҡсаттар билдәләне.
Ауыл биләмәләрендә, район үҙәктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараларҙы юғары кимәлдә ойоштороу һәр ултырышта ҡаралды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ултырыштары республиканың бөтә муниципалитеттарында үтәсәк.
Флорида Ким