Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләренә арналған совет ултырышында белдерҙе. Өсөнсөгә уҙғарылған кәңәшмәлә «Мәҙәниәт» Милли проектының уңышлы һәм һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуы билдәләнде. Уның сиктәрендә йөҙҙән ашыу мәҙәниәт объектында капиталь ремонт ойошторолған. Ултырышта күтәрелгән мөһим темалар менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
Ҡурайсылар дәүләт ансамбле булдырып, көслө ижади коллектив тупланыуы - йылдың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Указы менән 10 октябрь - Ҡурай көнө тип иғлан ителде. Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләренә арналған совет ултырышында милли музыка ҡоралы йәнә иғтибар үҙәгендә булды.
«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә республикала тиҫтәнән ашыу яңы объект сафҡа индерелгән, йөҙҙән ашыуы төҙөкләндерелгән. Киләһе йыл Өфө сәнғәт училищеһында ремонт башлана.
Ултырыш сиктәрендә видеоконференция режимында Дүртөйлө районы Түрбейек ауылында яңы модулле мәҙәниәт йорто, Яңауыл районында капиталь ремонттан һуң балалар сәнғәт мәктәбе, Ҡырғыҙ-Миәкәлә кинозал асылды.
Федерация советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәров билдәләүенсә, федераль кимәлдә старт аласаҡ «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы ла тармаҡ үҫешенә йүнәлтелгән.
Республика башлығы Радий Хәбиров республиканың ижади интеллегенцияһына рәхмәтен белдереп, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Танылған хореограф Ринат Абушахманов хәҙер Башҡортостандың халыҡ артисы исемен йөрөтә.
Совет ултырышында Радий Хәбиров артистарға мөрәжәғәт итеп «Ауыл халҡына яҡыныраҡ булырға саҡырҙы.
Мәҙәниәт өлкәһендәге күләмле сара Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Халыҡ-ара студенттар кампусынды үтте. Сара ҡунаҡтары төбәктең анимация кластеры мөмкинлектәре менән танышты. Ошо уҡ майҙансыҡта «Союзмультфильм» менән «Муха» студия араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөлдө.
Мәҙәниәт буйынса совет ултырышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек, тарихи хәтерҙе һаҡлау мәсьәләләре лә ҡаралды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу мөһимлеген совет ултырышында ҡатнашыусылар алдында йәнә бер билдәләне. Урын һайланған. алғы һыҙыҡтағыларҙың ҡаһарманлығы сағылыш табасаҡ
Гөлназ Хәйбуллина