Бөгөн Өфөнөң Көрәш һарайында «Автодор Кубогы»на грек-рим көрәше буйынса Бөтә Рәсәй ярышы тамамланды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм «Автодор» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко ҡатнашҡан турнир ике көн дауам итте һәм М-12 «Көнсығыш» тиҙ йөрөшлө трассаһы төҙөлөшөнә арналды. Ул бишенсе йыл рәттән уҙғарыла. Өфөләге ярышта Рәсәйҙең тиҫтәләгән төбәгенән 14 йәштән өлкән иң көслө спортсылар көс һынашты.
Бындай саралар үткәреү Башҡортостан өсөн мөһим әһәмиәткә эйә. Турнир грек-рим көрәшен популярлаштырыуҙа яңы аҙым булып тора һәм төбәктең спорт мәҙәниәтендә айырым урын биләй. Турнир йомғаҡтары буйынса Мәскәү өлкәһе командаһы еңеүсе тип табылды. Көмөш миҙалға - Санкт-Петербургтың йыйылма командаһы, өсөнсө урынға Башҡортостан көрәшселәре лайыҡ булды.