Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, федераль һәм төбәк трассаларында 750 берәмек техника юлды ҡарҙан таҙарта. Өфө урамдарына 300-гә яҡын техника сығарылған. Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе Владимир Севастьянов халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә. Синоптиктар белдереүенсә, бөгөн һәм иртәгә республикала ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙа боҙлауыҡ була.