Быйыл Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстанға 2 мең 100 тоннанан ашыу бойҙай һәм арыш көрпәһе ебәрелгән. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда, 4 тапҡырға күберәк. Продукция лабораторияларҙа тикшереү уҙған, барлыҡ санитар талаптарға яуап бирә, тип белдерәләр Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Республика буйынса идаралығынан.