Өфө менән Мәскәү араһы яҡыная. Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостан аша үткән участогында транспорт хәрәкәтенә старт бирҙе. Ил башлығы видеобәйләнеш аша төрлө төбәктәрҙә һауа һәм автомобиль юлдары инфраструктураһы объекттарын асыуҙа ҡатнашты. Башҡортостан аша үткән яңы участок 65 километрға һуҙыла. Уның әҙерлеге тураһында Илеш районынын республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
Төҙөлөш 2022 йылдың көҙөндә башланғайны. Эш Илеш, Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарында барҙы. Йәмғеһе мең өс йөҙ хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Юлға бер миллион тонна асфальт түшәлгән. 6 юл үткәргес, 9 үткәүел һәм 2 күпер төҙөлгән.