Илеш районы Иләкшиҙе ауылы эргәһендә Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды


«Көнсығыш» федераль трассаның яңы участкаһында - Илеш районы Иләкшиҙе ауылы эргәһендә ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевҡа һәйкәл асылды. Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Легендар летчик-штурмовиктың тыуған яғында монументаль композиция ҡуйыу башланғысы менән урындағы хакимиәт һәм «Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығы сыҡҡайны. Башланғысты төбәк етәксеһе лә күтәреп алды. «Муса Гәрәев тураһында хәтер мәңге ҡәҙерләп һаҡланасаҡ.»-тине үҙ сығышында Радий Хәбиров.

Һәйкәл өҫтөндә билдәле скульптор, Рәсәй художество академияһы ағза-мөхбире Андрей Молчановский эшләгән. Муса Гәрәев көндәлек хәрби кейемдә йәш кеше итеп һынландырылған. Ул бронзанан ҡойолған. Легендар штурмовиктың улы Евгений Гәрәев авторҙарға оло рәхмәтен белдереп, был скульптура атайыма ғына түгел, барлыҡ герой-летчиктарға арнала тине.


Һәйкәл ҡуйылыуын күптән көтә инек. Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Монументаль композиция иҫ киткес иткес матур эшләнгән, һауаға күтәрелгән самолет хайран ҡалдырҙы. Скульпторға рәхмәтлебеҙ.

Евгений Гәрәев, Муса Гәрәевтың улы