Өс сәғәт дауамында белгестәр гүзәл заттарҙың сәләмәтлеген, ғаилә мөнәсәбәттәрен һаҡлау, заман һынауҙарына ҡарамаҫтан яҡшы кәйефтә ҡалыу серҙәре менән уртаҡлашты. Асыҡ академия сиктәрендә быйыл республика район-ҡалаларында йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырылды. Ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким дауам итә.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы бишенсе йыл рәттән гүзәл заттарҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ғәҙәти булмаған форматта ҡотланы. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тура эфирҙа баян уйнап йыр бүләк итте. Сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшәмкәрҙәре, музыканттар һәм башҡа билдәле шәхестәр мәңгелек ҡиммәттәргә ҡараштары һәм бәхет серҙәре һәм киләһе йылға теләктәре менән уртаҡлашты.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы тапшырыуында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иртәнге ҡәһүә рецепты менән бүлеште. Төбәк етәксеһе эсемлеккә кардамон ҡушып ҡайнатып, көсөргәнешле эш көнөн башлар алдынан тормош иптәше менән кофе эсергә күнеккән.
Тура эфир барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика ҡаҙаныштарына йомғаҡ яһап, «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Төбәк етәксеһе айырыуса медицина бүлеге ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн ҙур файҙа һәм ярҙам килтерә тип билдәләне.
«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһы сиктәрендә быйыл республика райондары һәм ҡалаларында йөҙәрләгән социаль проект тормошҡа ашырылды. Гүзәл заттарҙың тормошон яҡшыртыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау өсөн ойошторолған асыҡ академия уңышлы йылға йомғаҡ яһап киләһе йылға яңы маҡсаттар билдәләне
Флорида Ким