Башҡортостандың 4 спорт мәктәбе микроавтобуслы булды


Һуңғы йылдарҙа ғына ошондай уҡ транспорт асҡыстары 20 мәғариф учреждениеһына тапшырылған. Бөгөн шулай уҡ Иглин районы үҙәгендә яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эш башланы. Оператив кәңәшмәлә тикшерелгән төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Был тантаналы минуттарҙы иглиндәр түҙемһеҙлек менән көтөп алды. «Олимп» тип исемләнгән яңы модулле спорт объекты 120 көн эсендә сафҡа инә. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы өсөн федераль һәм республика ҡаҙнаһынан тыш, эре ойошма-предприятиеларҙан йәмғеһе 139 миллион ярым һум аҡса тотонолған. Урындағы балалар-үҫмер спорт мәктәбе ҡарамағында эшләйәсәк яңы объект бар кәрәк-яраҡтары менән дә йыһазландырылған.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың йәнә дүрт спорт мәктәбенә пассажир автобустарына сертификат тапшырылды. Быға тиклем республиканың 20 мәктәбе микроавтобуслы булғайны.

Республика спорт мәктәптәре хәҙер һанаулы сәғәт эсендә Мәскәүгә лә барып етә ала. Уҙған йәкшәмбе ил кимәлендәге әһәмиәтле М-12 федераль трассаһының Башҡортостандағы участкаһы файҙаланыуға тапшырылды. Мәскәү - Түбәнге Новгород - Ҡазан - Екатеринбург - Силәбе - Төмән ҡалаларын иңләгән юғары тиҙлекле автомагистраль Башҡортостандың Илеш, Дүртөйлө һәм Саҡмағош райондары аша үтә. Яңы юл республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең инфраструктураһына яңылыҡ индереп, эш урындарын булдырырға этәргес бирер тип көтөлә. Ә инде аҙна аҙағында Өфөнөң Шаҡша күперен техник асыу күҙалана.

Шулай ҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен дә иҫтә тотоу мөһим. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, уҙған аҙнала 49 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 55 кеше йәрәхәтләнгән, 9-ы һәләк булған. Эскән килеш рулгә ултырыусылар ҙа күңелһеҙ статистиканы тулыландыра. Йәмғеһе 330 кеше административ яуаплылыҡҡа тартырылған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә уҙған аҙнала контакт-үҙәккә 51 меңдән ашыу шылтыратыу ҡабул ителгән. Коронавирус йоҡтороуҙың 177 осрағы асыҡланған. Ауыл хужалығы яңылыҡтарына килгәндә, Яңы йылда Бәләбәй районында ҡоро һөт етештереүҙә махсуслашҡан комплекс сафҡа инер тип көтөлә.

Кәңәшмәлә Яңы йылға әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды. Республикала бөгөн йәмғеһе 577 боҙ ҡаласығы төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылған. Һауа шарттарына бәйле, байрам майҙандарын биҙәү эше бер нисә муниципалитетта әлегә дауам итә.

Азат Ғәлиуллин