Күп фатирлы йорттарға медицина ярҙамы яҡыная. Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә «Йортта доктор» проекты тормошҡа ашырылып, балалар һәм өлкәндәр өсөн поликлиника филиалдары асылған. Унда участка педиатрҙары һәм терапевтарҙан консультация алыуҙан тыш, УЗИ, ЭКГ кеүек тикшеренеүҙәр үтергә була. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Марат Нафиҡов ультратауыш аппараты ярҙамында ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарын тикшерткәндән һуң, ЭКГ үтә һалды. Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған яңы медицина учреждениеһы мөмкинлектәрен ул тәүгеләрҙән булып һынап ҡараны. «Әлегә сират юҡ, йорт эргәһендә урынлашыуы - ваҡытты экономиялай» тигән фекерҙә ул.
Өфөнөң 5-cе ҡала клиник дауаханаһының терапия бүлеге филиалында өлкәндәргә беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Пациенттар табиптарға алдан яҙылып, билдәләнгән ваҡытҡа килә. Һәр кем микрорайон өсөн объекттың әһәмиәте юғары булыуын билдәләй.
Баш ҡаланың Кузнецов Затоны биҫтәһе тиҙ үҫешә, яңынан-яңы күп фатирлы йорттар сафҡа индерелә. Шуға күрә медицина учреждениеһына ла ихтыяж юғары.
Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә 2-се балалар поликлиникаһының педиатрия бүлексәһе лә эшләй башланы. Биш участкала дүрт меңгә яҡын бала хеҙмәтләндереү ҡарала. Учрежде е сменаһына 250 бала ҡабул итә.
Ике филиал да бер үк адрес буйынса, күп ҡатлы йорттоң тәүге ҡатында урынлашҡан. Был, тәү сиратта, урындағы халыҡтың уңайлығы өсөн эшләнгән. Кескәй пациенттар өсөн тәғәйенләнгән бинаның дөйөм майҙаны - 450 квадрат метр.
Балалар быға тиклем поликлиниканың Ғабдулла Амантай урамындағы педиатрия бүлексәһендә ҡабул ителгән, Кузнецов Затоны биҫтәһендәге яңы филиал медицина учреждениеһын бушатырға ярҙам иткән.
Гөлназ Хәйбуллина