Башҡортостандағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды тарафынан ойошторолған бәйге талаптарына ярашлы, балалар рус һәм башҡорт телдәрендә «Кем ул Ватанды һаҡлаусы?» тигән һорауға яуап бирә. 3 ай дауамында баһалама комиссияһы республика район-ҡалаларынан 400-гә яҡын заявка ҡабул иткән. Төрлө йәш категорияһында уларҙың тик алтауһы ғына еңеүсе тип таныла.
Бәләкәй еңеүселәрҙе ҡотлап фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина бүләктәр тапшырҙы. Финалда шулай уҡ конкурста әүҙемлек күрһәткән балалар баҡсалары тәрбиәселәре һәм райондың социаль координаторҙары ойошманың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Әйткәндәй, еңеүселәрҙең видеояҙмалары БСТ телеканалы эфирында күрһәтеләсәк.