Уникаль программала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең халыҡ йырҙары академик эшкәртеүҙә яңғыраны. Хор коллективы башҡорт халыҡ йырҙары менән дә сығыш яһаны. Мәҙәни кисәнең дирижеры - Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты, «Дуҫлыҡ» вокал ансамбленең художество етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев. Әйткәндәй, сара «Мәскәүҙә башҡорт йәштәренең үҙәге» проекты буйынса Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Шуға ла концерт программаһын виртуоз баянсы Тимур Ғәлинуров менән Арсен Кәримовтың ҡурай моңдары, Мәскәүҙең «Алтын ай» башҡорт бейеүҙәре ансамбле лә биҙәне.