Башҡортостанда Ҡыш бабай резиденцияһы асылды


Быйыл ул баш ҡалала түгел, ә Торатау итәгендә урынлашҡан. Ҡыш бабай менән күрешергә республиканың төрлө нөктәһенән киләләр. Резиденцияны асыу тантанаһында ҡунаҡтарға байрам программаһы, ҡышҡы һабантуй, мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим ителде. Улар Яңы йыл байрамдарында ла дауам итә. Күңелле тамашалар иртәнге сәғәт 11-ҙән киске 10-ға тиклем бара.

Яңы йыл каникулында этнокомплекста балалар һәм өлкәндәр өсөн атта һәм ҡаргиҙәрҙә йөрөү, халыҡ уйындары һәм башҡа күңел асыу саралары ҡаралған. Шулай уҡ бында кафе һәм сувенирҙар кибете эшләй. Резиденция 12 ғинуарға тиклем асыҡ.