Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, ултырыш 28 декабрҙә була. Бында йәмәғәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сығыштар көтөлә, шулай уҡ республикала уҙғарыласаҡ спорт һәм мәҙәни саралар тураһында мәғлүмәт бирелә. - Халыҡтың тыныс ялын тәьмин итергә тейешбеҙ, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ каникулда ҡайһы бер көндәрҙә хәмер һатыу сикләнеүе тураһында белдерҙе.