Был турала Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры Зиннур Сөләймәнов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Республика заманса драматургия һәм режиссура үҙәге “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә яңы художество-мәғрифәтселек каналын сығарыу өсөн Президент мәҙәниәт башланғыстары фонды грантын отҡан. Телеканалда мәҙәниәт ваҡиғаларына, профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар уҙғарған сараларҙы яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүленә, шулай уҡ патриотик тапшырыуҙар трансляциялана.