Бөгөн Башҡортостан Конституцияһы көнө билдәләнә

Республикабыҙ үҫешен, заманса йөҙөн билдәләгән төп закондың ҡабул ителеүенә 31 йыл тулды. Байрам менән төбәк халҡын Радий Хәбиров ҡотланы. Төп закон Башҡортостандың илдең терәк төбәге булараҡ үҫеш йүнәлешен билдәләне. Быуаттар дауамында төрлө милләт вәкилдәре бер ерҙә татыу йәшәй, уртаҡ йортобоҙ мәнфәғәтендә ҙур, берҙәм Рәсәй төҙөй. Башҡортостан Конституцияһы ата-бабаларыбыҙ мираҫын, телдәрҙе, мәҙәниәтте, халыҡтар дуҫлығын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлай. Беҙ бергә эшләйбеҙ, алға барабыҙ, һәр кем үҙ урынында уртаҡ Ватаныбыҙҙы яҡлай. Һәм һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Бөтәгеҙҙе лә байрам менән, тип яҙған Башҡортотсан башлығы.