Әбйәлил районы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова уҡыусыларға үҙенең премияһын тапшырҙы.
Коллегабыҙ үҙенең тыуған мәктәбендә премияны өсөнсө йыл рәттән тапшырып килә. Аҡсалата бүләк уҡыу һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, китап уҡырға яратҡан, матбуғат баҫмаларына яҙышҡан өс балаға бирелә. Ул йәш быуында әҙәбиәткә, ижадҡа һөйөү уятыу, дәртләндереү маҡсатын ҡуя. Быйыл Рәмзиә Кәримованың премияһына 8-се кластан Дания Кинйәбаева, 9-ынан Рита Диярова һәм 11-се кластан Наҙгөл Дауытова лайыҡ булды.
«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» төбәк проекты сиктәрендә былтыр Әбделмәмбәттә «Үҫеш нөктәһе» асылған. Яңы шарттар йәш быуындың белем кимәлен күтәрергә ярҙам иткән. Хәҙер үҙәктә физика, химия, биология кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү генә түгел, ә балаларға робототехника, проектлау, һанлы белем биреү буйынса ла әүҙем эш алып барыла.