«Салауат Юлаев» «Амур» командаһы менән көс һынашты

«Салауат Юлаев» клубы ҡапҡа һаҡсыһы Семен Вязовой КХЛ-дағы карьераһында тәүге тапҡыр бер гол да үткәртмәне. «Амур» командаһына ҡаршы уйында яҡташыбыҙ 32 шайбаны кире ҡаҡты. Дәғүәселәр осрашыуҙы әүҙем башланы, әммә уларҙың бар тырышлығын өфөләрҙең голкиперы юҡҡа сығарып торҙо. Семендың ышаныслы уйыны юлаевсыларға көс өҫтәне, һөҙөмтәлә Джошуа Ливо иҫәпте асыуға өлгәште. Матч аҙағына тиклем тағы ла Данил Алалыкин менән Александр Шаров ҡунаҡтар ҡапҡаһы артынды ҡыҙыл ут тоҡандырҙы. Шулай итеп осрашыу Башҡортосан командаһы файҙаһына 3-0 иҫәбе менән тамамланды. Әле юлаевсылар 50 мәрәй менән Көнсығыш конференцияла икенсе килә. Киләһе уйынды Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре иртәгә йәнә Хабаровск клубы менән үткәрә.