Дмитрий Медведев Өфөлә хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты


Рәсәйҙең Именлек Советы рәйесе Дмитрий Медведев Өфөлә «Һаҡсы» граждандарҙы хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты.

Үҙәк быйыл октябрҙә асылды. Бында Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәр өсөн тулы спектр хеҙмәт күрһәтелә. Ошонда уҡ документтар тултырыу һәм медицина тикшереүе үтеү ҙә ойошторолған. Буласаҡ Ватан һаҡсылары өсөн йәшәү, өс тапҡыр туҡланыдырыу һәм спорт менән шөғөлләнеү урындары ла ҡаралған. Радий Хәбиров Дмитрий Медведевҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйенләнгән социаль ярҙам саралары тураһында һөйләне.

Рәсми вәкилдәр Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөнөң яңыртылған Совет майҙанында һәйкәл 2022 йылдың 11 октябрендә асылды. Уның авторы - Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков. Скульптура композицияһы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡаһарманлыҡ күрһәткән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренә һәм Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән барлыҡ ватандаштарға арналды.