Башҡортостанда бер төркөм яугирҙар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Уларҙы оҙатыу сараһы «Өфө-Арена» комплексы алдындағы майҙанда үтте. Ир-егеттәр хеҙмәт урынына уңайлы автобустарҙа барасаҡ. Хәрбиҙәрҙең отпускыһы ике аҙнаға иҫәпләнгән.
Уларҙың күбеһе ял көндәрен ғаиләһе, туғандары янында уҙғарған, көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән. Оҙатыу сараһында хәрбиҙәр тигеҙ сафҡа теҙелеп, Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын тыңланы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов яугирҙарға рәхмәт һәм оло ихтирамын белдереп, уларҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләне. Уларҙы республика Еңеү менән иҫән - һау ҡайтыуҙарын көтә.