Ялға ҡайтҡан яугир Ғафури районында йәшәүсе Алһыу Ғәлимоваға ноут-бук бүләк иткән


Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир Ғафури районында йәшәүсе Алһыу Ғәлимоваға ноут-бук бүләк иткән. 9 -сы класста уҡыусы Алһыуға был хәрбиҙең илһөйәрлек хаты өсөн Яңы йыл бүләге. Яугир әйтеүенсә, гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа килеп еткән хаттар Ватан һаҡсыларына рухи көс-дәрт бирә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Красноусол ҡасабаһында йәшәүсе Алһыу Ғәлимова бүләккә ҡыуанып бөтә алмай. Ялға ҡайтҡан яугир уға Яңы йылға ноут-бук тапшырған. 9-сы класста уҡыусы үҫмер техника аша был иҫтәлекле ваҡиға фотоларын ҡарап, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.

Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыусылар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға хаттарҙы даими яҙа. Илһөйәрлек рухында тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙар хат аша сәләмдәрен, йылы теләктәрен ебәрә.

Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан замандашыбыҙ ҡыҙҙың ихлас хатын һаҡларға теләй. Тап балаларҙың йылы теләктәре, илһөйәр булыуҙары ватан һаҡсыларына ҡуйылған бурысты үтәү өсөн көс-дәрт бирә.

Флорида Ким