Радий Хәбиров тәҡдиме менән ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт пограммаһы нигеҙендә ярҙам


4 йыл элек программа эшләй башлағанда түләү ярты миллион булһа, былтырҙан бер миллионға етте. «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» республика программаһы сиктәрендә миллиондар 120 белгескә тапшырылды. Быйыл иһә был бәхет йәнә 30 кешегә йылмайҙы. Миллион һумға Стәрлетамаҡ районы Яңы Уҫылы ауылыннан торлаҡ һатып алған Зәлиә Әхмәтшинаның йәшәү һәм хеҙмәт шарттары менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова таныштыра.

Был фатирҙа йәшәүселәр ҡунаҡтарға һәр ваҡыт шат. Хужабикә Зәлиә Нәзиф ҡыҙы ишектән инеү менән беҙҙе яңы торлағы һәм ҡыҙҙары менән танштырҙы.

Зәлиә Әхмәтшина Яңы Уҫылы ауылы клубында мәҙәни сараларҙы ҡуйыусы режиссер булып эшләүсе күп балалы әсәй. Кесе ҡыҙы Айзиләгә-8, Наиләгә-11, Илүзәгә-12 йәш.

Аш бүлмәһе йорттоң йөрәге. Балалары уҡуыуҙан ҡайтыуға әсәйҙәре йылы аш бешерә, тәмле турамалар эшләргә ҡыҙҙар үҙҙәре лә ихлас ярҙамлаша. 64 квадрат метрлыҡ фатирҙың һәр бүлмәһе айырым зауыҡ менән биҙәлгән.

Ғаилә өс йыл дауамында күрше Түбәнге Уҫылы ауылында ағас йортто ҡуртымға алып йәшәгән. Былтыр яңы йыл алдынан Зәлиә Әхмәтшина һәм уның ҡыҙҙарының торлаҡлы булыу теләге «Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмтәкәре» дәүләт программаһы ярҙамында тормошҡа ашҡан.

Зәлиә Нәзиф ҡыыҙы 2019 йылдан алып Яңы Уҫылы мәҙәниәт йортонда эшләй.»Өйлө кеше-көйлө кеше» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.Дәүләт ярҙамы менән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мәҙәниәт хеҙмәткәренә балалар һәм ауыл халҡы менән төрлө кимәлдәге ижади конкурстарҙа ҡатнашырға, махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам концерттарын ойоштороуға дәрт, көс һәм илһам өҫтәй.

Ауыл мәҙәниәт хеҙмткәре Хөкүмәттән миллиондар алып торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға ирешһә, ә ауыл халҡы: «Беҙ мәҙәниәт хеҙмәткәрле булдыҡ»,тип ҡыуана. Ысынлап та, мәҙәниәт хеҙмәткәре ауыл кешеләренең тормошон күпкә йөкмәткелерәк, мәғәнәлерәк һәм сағыуыраҡ итә, көй-моңдар менән байыта.

Гүзәл Борханова