«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы балаларға Яңы йыл мөғжизәһе бүләк итә

Мәғлүм булыуынса, «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы 2018 йылдан ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ойошторола. Уның төп маҡсаты - етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, физик мөмкинлеге сикләнгән, аҙ тәьмин ителгән, аталары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан балаларҙың яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыу. Республика йыл һайын был акцияла әүҙем ҡатнаша. Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ҡуйылған шыршынан Хөкүмәт, министрлыҡ-ведомство етәкселәре теләктәр яҙылған шарҙарҙы алды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, тәүге йылдарҙа балалар күберәк заманса гаджеттар, спорт, музыка ҡоралдары һораһа, әле көтөлмәгән бүләктәргә өҫтөнлөк бирә. Экскурсиялар йәки яратҡан спортсылары, сәхнә оҫталары менән осрашыу ойоштороуҙы һораусылар бар. Малай-ҡыҙҙар яңы йыл мөғжизәһе, күтәренке кәйеф бүләк итә, ти акцияла ҡатнашыусылар.