Ауыр сир менән ауырыған пациенттарҙы Башҡортостан ҡурайсылар ансамбле, Балалар фонды ағзалары һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары тәбрикләне. Улар пациенттар менән аралашты, бүләк тапшырҙы. Ҡунаҡтар мөмкин тиклем уларға Яңы йыл кәйефен ойошторорға тырышты, сөнки хосписта өйҙәге кеүек, йылы һәм уңайлы шарттар тыуҙырала.
60 урынға иҫәпләнгән хоспис тулы ҡеүәтенә эшләй. Социаль учреждениела бассейн, китапхана, ҡышҡы баҡса, ата-әсәләр һәм туғандар өсөн бүлмәләр бар. Өфө хосписы паллиатив ярҙам күрһәтеү өсөн Рәсәйҙә махсус төҙөлгән берҙән-бер объект. Белгестәр, Башҡортостандың хоспис төҙөлөшө тәжрибәһен илдең башҡа төбәктәрендә лә индерергә мөмкин тигән фекерҙә. Изге ниәт менән һалынған объект эшҡыуарҙар, меценаттар һәм республика халҡы тырышлығы менән сафҡа инде.