Республика хөкүмәтендә тармаҡ үҫеше мәсьәләләре ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, был өлкәгә иғтибар ҙур. Быйыл "Китап байрамы" форумы, "Евразия йөрәге", Бәләкәй театрҙар фестивалдәре үтте. Мәҙәниәт өсөн 15 миллиард ярым һум тотонолдо. Шулай уҡ "Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре" программаһын ғәмәлгә ашырыу дауам итә, - тине Андрей Назаров.