Ҡыйғы районында яңы ФАП асылды

Иҫке Мөхәмәт ауылында фельдшер-акушер пункты "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы төҙөлгән. Ул заманса йыһазландырылған. Медицина учреждениеһы 290 кешене хеҙмәтләндерә. Уларҙың 53-ө - балалар. 2025 йылда республикала тағы 135 ФАП төҙөү планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.