“Башнефть” ирекмәндәре социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларҙы ҡотланы

“Башнефть” ойошмаһы ирекмәндәре   социаль учреждениеларҙа тәрбиәләнгән балаларҙы икенсе йыл рәттән үҙенсәлекле  итеп хоккейҙа ҡотлай.  Өфөнөң Спорт Һарайында балалар хоккей буйынса «Башнефть» Кубогы уйындарын ҡараны, аниматорҙар менән боҙ өҫтөндә уйындар ойошторолдо, бүләктәр таратылды. Балаларҙы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, популяр йәнһүрәт геройҙары, балалар  оҡшатып өлгөргән маскот - «Башнефть» компанияһының талисманы - Нефтенок ҡотланы. 

Хоккей буйынса Кубокта 7 команда ҡатнаша, «Көмөш» дивизионда-«Башнефть – Строй», «Алтын» дивизионда «Өфөоргсинтез» еңеүсе булды. 

     "Яңы йыл алдынан шефлыҡҡа алынған балалар учреждениелары тәрбиәләнеүселәре Ҡыш бабайға хаттар яҙа. Бүләктәрҙән төрлө уйынсыҡтар, спорт ҡорамалдары һәм  мобиль элемтә саралары һорайҙар. Беҙҙең компания хеҙмәткәрҙәре күптәргә бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.  Ирекмәндәр хәрәкәтендә әле  бер нисә мең кеше бар һәм йылдан-йыл яҡшы эштәр башҡарырға әҙер булған коллегалар һаны арта бара. Һәр беребеҙ өсөн иң ҙур бүләк – ул  балаларҙың йылмайыуы һәм уларға ысын яңы йыл әкиәтен бүләк итеү мөмкинлеге«, - тип уртаҡлашты» Башнефть " компанияһының социаль проекттар бүлеге начальнигы Русалина Ғәлиева.

   «Башнефть» ирекмәндәр хәрәкәте үҙенең тарихын 2012 йылдың декабренән алып бара, шул ваҡытта  беренсе тапҡыр  «Ҡыш Бабай бүләге» акцияһы үткәрелә, унда бөгөнгө көнгә тиклем бөтә компания хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Әлеге ваҡытта «Башнефть» компанияһында 500-ҙән ашыу әүҙем ирекмән һәм ирекмәндәр акцияларында ҡатнашҡан ун меңдән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә. Волонтерҙар балаларға, ветерандарға ярҙам итә, экологик һәм спорт йүнәлешендәге, шулай уҡ донорлыҡ проекттарында ҡатнаша. Белем көнө алдынан ирекмәндәр төркөмдәре 25 социаль учреждение балалары өсөн «Мәктәпкә бүләк» акцияһын үткәрҙе. Ошо уҡ һандағы учреждениелар һәм меңгә яҡын бала «Ҡыш бабай бүләге» акцияһына йәлеп ителгән. «Башнефть» етәкселеге һәм ирекмәндәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл ветерандары менән осрашыуы яҡшы йолаға әүерелде. 2023 йылдан ирекмән-нефтселәргә «Беренселәр хәрәкәте»ндә  ҡатнашҡан  уҡыусы балаларҙа  ҙа ҡушылды.

       2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса «Роснефть» предприятиеларында 1900-ҙән ашыу ирекмәндәр ҡатнашҡан сара үтте, уларҙа компанияның 106 мең  хеҙмәткәре ҡатнашты.