Башҡортостан тәжрибәһе: Татарстан властары яңы идара итеү алымдарын өйрәнә


Татарстан властары республика менән идара итеү үҙәге тәжрибәһен өйрәнеү өсөн Башҡортостанға эшсе төркөм ебәрергә ниәтләй. Был хаҡта Татарстан рәйесе Рөстәм Миңлеханов Өфөгә сәфәре барышында хәбәр итте.

Күрше субъект етәксеһе социаль-иҡтисади үҫештең төп күрһәткестәрен сағылдырған интеграцияланған мәғлүмәт системаларын һәм берҙәм майҙансыҡта бөтә министрлыҡ һәм ведомстволарҙың үҙ-ара эш итеү кимәлен юғары баһаланы. Кеше ишетелергә тейеш, муниципалитет башлыҡтары һәм ведомство етәкселәре менән ултырыштарҙа һәр ваҡыт ошо хаҡта һөйләйбеҙ, - тип билдәләне Рөстәм Миңлеханов.