Келәш ауылының моделле китапханаһы: мәҙәниәт һәм белем үҙәге


Илдең иң күп китап уҡыған төбәге. Республика бындай баһаға X Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса лайыҡ булды. Башҡортостанда китапхана селтәре яҡшы үҫешкән. Төбәктә 3200-ҙән ашыу китапхана иҫәпләнә. Һуңғы йылда яңы быуын китапханаларға тағы ла өсәү өҫтәлде. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған ере Шишмә районы Келәш ауылындағыһының эшмәкәрлеге хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Бөгөнгө ысынбарлыҡ гаджеттар, кеҫә телефондары менән тулы. Бындай шарттарҙа мәктәп уҡыусыларында китапханаға һәм китапҡа тоғролоҡ һаҡлауы һоҡлагғыс күренеш. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең йәш яҡташтары өсөн мәктәп менән китапхана бер-береһенән айырылғыһыҙ. Келштә белем алыусы малай-ҡыҙҙар өр-яңы китапханаға тотош класстары менән йөрөй. Уҡыусылар уңайлығы өсөн кәштәләргә куар-кодтар ҙа ҡуйылған.

Китап һөйөүсе өлкән быуын вәкилдәре үҫмерҙәрҙең китапхана залын бушатҡанын сабыр ғына көтә. Китап уҡыу совет осоро кешеләренең ҡанында.Сөнки улар быуыны китапханаға йөрөп бушлай тәрән белемгә эйә булған.

Келәш ауылының моделле китапханаһы мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан.Яңы быуын китапханаһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына асылған.

«Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында республикала сифатлы яңы мәҙәни мөхит булдырыла. Яңы быуын китапханаһы бөтә уҡыусылар өсөн, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә ял итеү, белем арттырыу үҙәгенә әүерелгән. Бындай үҙгәрештәр республиканың һәр кешеһенең үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Яҡты, матур, заманса китапханала бөйөк әҙип ижады менән яҡындан танышырға,төп залда әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар ҡарарға, залдарҙың береһендә VR-кҙлек кейеп виртуаль сәйәхәт ҡылырға мөмкин.

Яңы быуын китапханаһы халыҡҡа мәғлүмәт донъяһына юл аса, рухиәтен байыта, көндәлек тормош мәшәҡәттәренән арындыра. Халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижади мираҫын өйрәнеү буйынса мәғлүмәт үҙәге менән танышырға республика, район-ҡалаларынан тыш хатта сит илдәрҙән туристар һәм ҡунаҡтар килә.

Гүзәл Борханова