Транспорт саралары «Сәләмәтлек» милли проектының «һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» программаһы ярҙамында һатып алынған. LADA Granta Лифтбек асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев һәм Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин тапшырҙы. Автомобилдәр күп функциялы. Уларҙы фельдшерҙарҙы йөрөтөү, анализдар һәм пациенттарҙы ташыу өсөн ҡулланырға мөмкин.
2019 йылдан «Сәләмәтлек» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Башҡортостан 30 мең берәмек төрлө медицина ҡорамалдары, 500-ҙән ашыу модуль конструкциялар һәм капиталь табип амбулаториялары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары алды. Төбәктә 100-гә яҡын һаулыҡ һаҡлау объекты капиталь ремонтланған, 400-ҙән ашыу автомобиль һәм күсмә медицина комплексы һатып алынған.