Өфөлә йәмәғәт хәрәкәтендә һәм ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙемлек күрһәткәндәр тәбрикләнде

Бөгөн Өфөлә йәмәғәт хәрәкәтендә һәм ирекмәнлек эшмәкәрлегендә әүҙемлек күрһәткән замандаштырыбыҙ тәбрикләнде. «Берҙәм Рәсәй» йәмәғәт штабында үткән тантанала республика район-ҡалаларынан төрлө тармаҡ вәкилдәре ҡатнашты. Улар махсус хәрби операция яугирҙарына гуманитар ылау әҙерләүҙә, ойоштороуҙа ҡатнашҡан. Асҡын районынан Зәриә Усманова ауылдаштары менән бергә яугирҙар һорауы буйынса оҙатҡан маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, ойоҡ-бейәләйҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ирекмәнлек эшмәкәрлеген улар күңел ҡушыуы буйынса ихлас башҡара.