Өфөлә Дәүләт думаһы депутаты Наталья Орлова ҡатнашлығында мәктәп уҡыусылары профориентацияһы һорауҙарына арналған ултырыш үтте. Көн тәртибендә «ПрофТок» үҙәге эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Мәғариф тармағындағы проект балаларға һөнәри белем биреү йүнәлешендә заманса алымдарҙың береһе һанала. Былтырҙан алып проект буйынса 1600 бала уҡыуҙар үткән. «ПрофТок» профориентация үҙәгендә белем биреү уйын һәм ижади ҡараш менән ойошторолған. Малай-ҡыҙҙар төрлө һөнәрҙәр менән танышып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған йүнәлештә уҡый ала.
Эш сәфәрендә Дәүләт думаһы депутаты Наталья Орлова «Һөйөклө бала» абилитация үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Үҙәктә етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың сәләмәтлеген нығытыу өсөн заманса шарттар тыуҙырылған. Йөҙөү, нейростудия, массаж, лфк, логопед һәм психологтар менән эш балаларҙың һаулығына ыңғай йоғонто яһай. Белгестәр Башҡортостанда ойошторолған абилитация хеҙмәте башҡа төбәктәр өсөн лайыҡлы өлгө тип баһаланы.