«Башҡортостан» дәүләт концерт залында Республика Яңы йыл шыршыһы үтте


Байрамда меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Унда уҡыу алдынғылары, төрлө олимпиада-конкурс еңеүселәре, йәш спортсылар, етем һәм мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары саҡырылғайны. Уларҙың барыһына ла Яңы йыл бүләктәре тапшырылды. Алыҫ райондарҙан килеп, Республика Яңы йыл шыршыһында ҡатнашҡан уҡыусыларға өс көнлөк күңелле ял да ойошторола. Байрамдан һуң улар Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт итәсәк. Онотолмаҫ экскурсия көтөлә. Әйткәндәй, Республика шыршыһы телевизион вариантҡа ла төшөрөлдө. Уны тамашасылар 30 декабрҙә иртәнге сәғәт 10-да ҡарай ала.