Республика йыйылма командаһы спорт туризмы буйынса Рәсәй Кубогында призер булды

Беҙҙең спортсылар маршрутты хәрәкәт итеү сараларында үтеү төрөндә яҡшы һөҙөмтә күрһәтте һәм бронза миҙал яуланы. Спорт туризмы федерацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Людмила Князева, Евгений Корчагин, Валентина Юдина, Илдар һәм Сулпан Насыровтар республика данын лайыҡлы яҡлаған. “Төньяҡ Кавказда ҡатмарлы һәм көсөргәнешле юл үттек. Берҙәмлек ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итте”, - тип белдерҙе команда етәксеһе  Алексей Князев.