100 мең кешегә 24 осраҡ тура килә. Спиртлы эсемлектән иң күп зыян күреүселәр Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Белорет һәм Борай райондарында теркәлгән. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы 1 ғинуарҙан алкоголгә минималь хаҡты арттыра. Башҡортостанда Яңы йыл байрамы уңайынан ял көндәрендә спиртлы эсемлек һатыу сикләнә. 3 ғинуарҙа ул иртәнге 8-ҙән киске бишкә тиклем һатыла. 4-6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 10-дан 17 сәғәткә тиклем алырға була. Башҡа көндәрҙә сауҙа ғәҙәти тәртиптә алып барыла. Сикләү кафе һәм ресторандарға ҡағылмай.