Ҡыйғы, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарында ҡалдыҡтарҙы сортировкалау комплекстары төҙөлгән. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология миинстрлығынан белдереүҙәренсә, республикала сүп-сарҙы сығарыу мониторингы системаһы индерелгән. Киләһе йыл Рәсәйҙә “Экологик именлек” тигән яңы милли проект тормошҡа ашырыла башлай. Башҡортостан “Рәсәй һыуы”, Урмандарҙы һаҡлайыҡ” һәм “Иҡтисадтың ябыҡ циклы” проекттарында ҡатнашырға планлаштыра.