Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы пациенттарын етеп килгән байрам менән ҡотҡарыусылар ҡотланы


Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тәҙрә шаҡый. Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы пациенттарын етеп килгән байрам менән баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ҡотланы. Улар кескәйҙәр янына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу кейемендә махсус ҡоролма ярҙамында ҡыйыҡтан өсөнсө ҡатҡа төшөп, тәҙрә аша инде. Акцияның маҡсаты - бәләкәй пациенттарға байрам кәйефен бүләк итеү. Балалар ҙа һынатманы, Ҡыш бабайға үҙ һәләттәрен күрһәтеп тәмле бүләктәр алды.


Бында үткән шәмбенән дауаланабыҙ. Ошондай саралар кәйефте күтәрә, яңы йыл кәйефе тыуҙыра. Барыһына ла рәхмәт, беҙгә бик оҡшаны.

Олег Смирнов

Әлеге ваҡытта баш ҡаланың 17-се балалар дауаханаһында 400-гә яҡын пациент дауалана. Уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Байрам сараһында була алмағандарға бүләктәрҙе палаталарға йөрөп тапшырҙылар. Яңы йыл акцияһы Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы тарафынан өсөнсө йыл үткәрелә. Быйыл ул Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Бөтә Рәсәй студент ҡотҡарыусылар корпусы ярҙамында тормошҡа ашырылды.


Күнекмәне техник яҡтан башҡарыу ауыр түгел, сөнки беҙ ҡотҡарыусылар, төрлө уҡыуҙар үткәнбеҙ. Балаларҙың ҡайһы берҙәре аптырап та ҡала, ләкин күбеһе шатлыҡ һәм һоҡланыу тойғоларын кисерә. Уларҙың күҙҙәре янып китеүен күреү беҙгә лә ҡыуаныслы.

Яна Калинина, Өфө ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе