Стәрлетамаҡтың 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә бал ойошторолдо


Стәрлетамаҡтың 23-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә Росгвардия, шайморатовсылар һәм полиция кластары өсөн бал ойошторолдо. Алтынсы йыл рәттән үткән сараны уҡыусылар быйыл да түҙемһеҙләнеп көтөп алды, сөнки Яңы йыл алдынан ойошторолған бал мәктәп тормошондағы сағыу ваҡиғаларҙың береһе булып һанала.

Тантана почетлы ҡарауылдың гимндар аҫтында дәүләт флагтарын индереүенән башланды. Милли гвардия сафтарына баҫыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡтар тәбрикләне. Росгвардия класына ҡабул ителеүсе уҡыусылар илебеҙҙең һәм уҡыған мәктәптәренең данын яҡларға, яҡшы уҡырға ант бирҙе. Балалар үҙҙәрен хәрбиҙәрсә ышаныслы тотто. Бөйөк рус классигы Александр Пушкиндың 225 йыллығына арналған тематик сара тамашасыларҙы һәм ҡатнашыусыларҙы юғары рухиәт дәүере атмосфераһына солғаны.