Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Шаляпин залында «Төньяҡ амурҙары» операһының премьераһы үтте. Композитор Шәүрә Сәғитова Илмар Әлмөхәмәтов либреттоһына ижад иткән заманса музыкаль әҫәр 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүгә ҙур өлөш индергән башҡорт яугирҙарына арналған. Сюжетта ваҡиғалар үҫеше Ватан һуғышының башынан аҙағына тиклем яу юлдары үтеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан ҡаһарман рухлы башҡорт яугиры тирәләй бара. Опера башҡорт, рус һәм француз телдәрендә яңғырай.
Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылғандан һуң, башҡорттар төрлө походтар һәм яуҙарҙа ҡатнаша, был үҙ сиратында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында сағылыш таба. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында ла йырҙар һәм риүәйәттәр бик күп. Тарихи мәғлүмәттәргә ярашлы, был һуғышта 30-ҙан ашыу башҡорт полкы ҡатнаша. Француздар башҡорттарҙы йәйәнән атҡандағы мәргәнлеге өсөн «Төнъяҡ амурҙары» тип атай. Проект Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды, Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм Асҡар Абдразаҡов фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.